Найти тему
Башҡортостан гәзите

Болануттан сәй әҙерләп ҡал!

һуңғы ваҡытта болануттан (иван-чай) сәй эшләү киң танылды. Быйыл боланут иртә сәскә атты, шуға күрә ошо көндәрҙә уны йыйып өлгөрөргә кәрәк. Үлән сәйен һәр кем үҙенсә эшләй, киптерә. Түбәндәге яҙмала беҙ Тәнзилә Әхмәтованың болануттан сәй эшләү серҙәре менән таныштырабыҙ. Боланутта һаулыҡ өсөн мөһим витаминдар, аминокислоталар күп. Был сәй кешене тынысландыра, арыуҙы баҫа, мейе эшмәкәрлеген яйға һала, хәтерҙе яҡшырта, иммунитетты нығыта, ҡан баҫымын төшөрә, һәр төрлө инфекцияларға ҡаршы тора. Әйткәндәй, һәр хужабикәнең үҙ сере һәм ысулдары барҙыр. Беҙҙең менән дә уртаҡлашһағыҙ ине. Фото һәм видео: Тәнзилә Әхмәтова.