24 июндә Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең X юбилей форумы алдынан Рәсәй һәм Беларусь йәштәре форумы уҙа, унда 18 йәштән алып 35 йәшкә тиклемге 500 йәш кеше ҡатнаша. Форум Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Беларусь Республикаһының Мәғариф министрлығы һәм Белоруссия республика йәштәр союзы менән берлектә ойошторола. – Рәсәй менән Беларусь Республикаһы араһындағы дуҫтарса мөнәсәбәттәр бөгөн – илебеҙҙең үткәне тарихы һәм хәҙерге һөҙөмтәле коммуникация. Был берҙәмлектә йәштәребеҙҙең прогрессив идеялары ҙур роль уйнай. Коммуникация майҙансыҡтарын һәм уртаҡ фекергә килеү нөктәләрен булдырып, беҙ яңы һөҙөмтәле дөйөм проекттарҙы генерациялау өсөн нигеҙ һалабыҙ. Форумда студенттар, ауыл һәм ижади йәштәр вәкилдәре, йәш ғалимдар, хәрби-патриотик клубтарҙа һәм хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар үҙҙәренең платформалары сиктәрендә эшләйәсәк. Был йәштәр өлкәһендә яңы халыҡ-ара хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен үҫтереү өсөн бик яҡшы майҙансыҡ, – тине Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук. Форум программаһы дүрт йүнәлеш буйынса үтәсәк: агросәнәғәт комплексы һәм ауыл биләмәләре йәштәре, патриотик берекмәләрҙә ҡатнашыусылар, йәштәр ойошмаларының, балалар һәм студенттар берләшмәләренең ижади лидерҙары, студенттар отрядтары һәм эшсе йәштәр вәкилдәре өсөн. Саралар сиктәрендә шулай уҡ Өфө-Брест-Минск Халыҡ-ара йәштәр телекүпере һәм Рәсәй-Беларусь йәштәренең үҙ-ара килешеп эш итеү перспективалары мәсьәләләре буйынса стратегик сессиялар ҙа планлаштырылған. Форумдың файҙалы һәм ял итеү программаһы өлөшөндә ҡатнашыусылар “ПРОФфест” бөтә Рәсәй һөнәрҙәр йәрминкәһендә, Республика хәрби дан музейында буласаҡ, Өфөнөң Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа һәм мемориалдарға сәскәләр һалыу тантанаһында ҡатнашасаҡ һәм Йәштәр көнөн байрам итәсәк.