Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһен, гастрофестиваль һәм “Дуҫлыҡ урамы” фестивален ойоштороу өсөн 18 июндән 3 июлгә тиклем Зәки Вәлиди урамы Ғафури урамынан Совет урамына тиклем ябыла. Бынан тыш, 25 июндән 28-енә тиклем Яр буйы урамы һәм Генерал-губернатор Перовский урамы киҫелеше ябыла. 25 июндән 28-нә тиклем Ғафури урамында Пушкин урамынан Пятигорская урамына, Гоголь урамы буйлап Туҡай урамынан Зәки Вәлиди урамына тиклем, 18 июндән 3 июлгә тиклем Аксаков урамы буйлап Пушкин урамынан Зәки Вәлиди урамына хәтлем хәрәкәт сикләнә. 25 июнгә тиклем, кәрәк булған осраҡта, кешеләр ябылған урамдар янында урынлашҡан дежур хеҙмәткәрҙәрҙән рөхсәт алып, ябыҡ биләмәгә сыға ала. Шулай уҡ Пушкин урамы, Туҡай урамы, Яр буйы урамы адресы буйынса хәрәкәт ваҡытлыса сикләнеүе ихтимал. Зинһар өсөн, маршрутығыҙҙы алдан планлаштырығыҙ, урау юлды һайлағыҙ һәм йәмәғәт транспортында йөрөү мөмкинлеген ҡарағыҙ.