Быйыл республикала һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге дәүләт мәғлүмәт системаһын яңыртыу буйынса эштәр планлаштырылған. Был “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Һаулыҡ һаҡлауҙың электрон сервистарында функцияларҙы киңәйтеү пациент һәм табиптың берлектәге эшмәкәрлеген еңеләйтәсәк. Яңыртылған берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһында табипҡа яҙылыу, пациенттарға дарыуҙар һәм дауалар тәғәйенләү, дарыу сараларын контролләү үтә күренмәле буласаҡ. Шулай уҡ мәғлүмәттәрҙе йыйыу, анализлау һәм эшкәртеү өсөн В-система яңыртыласаҡ, неонаталь скрининг һәм киңәйтелгән неонаталь скрининг үткәреү процестары автоматлаштырыласаҡ, федераль ойошмалар менән эшмәкәрлек яҡшырасаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен