Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡыйғылар был объектты бик көтә

Ҡыйғы районында йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү дауам итә. Түбәнге Ҡыйғы ауылының "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проектында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә ял зонаһын төҙөкләндереү мөмкин булды. Дизайн-проект республика символдарының береһе – "Ҡурай" сәскәһе формаһында йәйәүлеләр өсөн уңайлы юлдар булдырыу концепцияһын күҙ уңында тота, яҡтыртыуҙы, йәшелләндереүҙе, урам тренажерҙарын, балалар өсөн уйын комплексын үҙ эсенә ала. Бөгөнгө көнгә ер эштәре тамамланған, бордюрҙар ҡуйыу буйынса эштәр башҡарылған, балалар, спорт һәм воркаут майҙансыҡтары өсөн нигеҙ әҙерләнгән, тышҡы яҡтыртыу өсөн кабелдәр һалынған. Милли проекттың төп бурыстарының береһе – ҡала мөхитенең уңайлылығын арттырыу. 2021 йылда территориялар һәм дизайн-проекттар өсөн тауыш биреү һәм һайлап алыу буйынса za.gorodsreda.ru онлайн-платформаһы эшләй башланы. Платформала беренсе тауыш биреү 26 апрелдән 30 майға тиклем барҙы. Һайлап алыуға 6 мең тирәһе төрлө биләмә һәм дизайн-проект ҡу

Ҡыйғы районында йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү дауам итә. Түбәнге Ҡыйғы ауылының "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проектының "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проектында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә ял зонаһын төҙөкләндереү мөмкин булды. Дизайн-проект республика символдарының береһе – "Ҡурай" сәскәһе формаһында йәйәүлеләр өсөн уңайлы юлдар булдырыу концепцияһын күҙ уңында тота, яҡтыртыуҙы, йәшелләндереүҙе, урам тренажерҙарын, балалар өсөн уйын комплексын үҙ эсенә ала. Бөгөнгө көнгә ер эштәре тамамланған, бордюрҙар ҡуйыу буйынса эштәр башҡарылған, балалар, спорт һәм воркаут майҙансыҡтары өсөн нигеҙ әҙерләнгән, тышҡы яҡтыртыу өсөн кабелдәр һалынған. Милли проекттың төп бурыстарының береһе – ҡала мөхитенең уңайлылығын арттырыу. 2021 йылда территориялар һәм дизайн-проекттар өсөн тауыш биреү һәм һайлап алыу буйынса za.gorodsreda.ru онлайн-платформаһы эшләй башланы. Платформала беренсе тауыш биреү 26 апрелдән 30 майға тиклем барҙы. Һайлап алыуға 6 мең тирәһе төрлө биләмә һәм дизайн-проект ҡуйылған ине. Тауыш биреүҙә бөтә Рәсәйҙә 14 йәштән оло 9,7 миллион кеше ҡатнашты. 2022 йылда төҙөкләндереү объекттары өсөн Бөтә Рәсәй онлайн-тауыш биреү 15 апрелдән 30 майға тиклем барҙы. Һайлау өсөн рәсәйҙәргә бөтә ил буйынса 5000-гә яҡын объект тәҡдим ителде. Билдәле булыуынса, "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Ҡыйғы районы хакимиәте.