Найти тему
Башҡортостан гәзите

Быйыл 41 процентҡа күберәк

Федераль дәүләт статистика хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда биш айҙа 1,2 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Был, былтырғы ғинуар – май айҙарына ҡарата, 103 процентҡа күберәк. Быйыл майҙа сафҡа индерелгән торлаҡ майҙаны 286 мең квадрат метр тәшкил иткән. Был, 2023 йылдың ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, 41 процентҡа күберәк. Ғинуарҙан майға тиклем төҙөлөш менән шөғөлләнгән ойошмалар тарафынан 443 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланылған. Үҙ иҫәбенә һәм кредит ярҙамында төҙөлгән шәхси торлаҡ 65,3 процент тәшкил иткән. Быйыл ғинуар – май айҙарында торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә – һигеҙенсе, Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй. Ауыл ипотекаһы буйынса республика илдә беренсе урынды биләй. Ташламалы IТ-ипотека программаһы ла әүҙем үҫешә. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Фото: building.bashkortostan.ru