Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йөҙйәшәрҙе 23 ейәне, 41 бүләһе, 6 тыуаһы ҡотлаған...

Дүртөйлө районының Байгилде ауылында йәшәүсе Сәбиҙә Сәлиева 100 йәшлек юбилейын ҡаршы алды. Был күркәм ваҡиға хаҡында район хакимиәте башлығы Риф Йосопов cоциаль селтәрҙә хәбәр итә. Йөҙйәшәр ошо райондың Исҡуш ауылында тыуған. Тормош иптәше менән Байгилделә төпләнгәндәр. Бергәләп алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөгөн ул бер быуатлыҡ юбилейын ҙур һәм татыу ғаилә ҡосағында ҡаршылай. Әйтеүе генә анһат: Сәбиҙә инәйҙең 23 ейәне, 35 бүләһе һәм алты тыуаһы бар. “Бөтә килен-кейәүҙәрен йыйһаң, йөҙҙән ашыу кеше була. Ниндәй ҙур ғаилә. Йөҙ йәшендә Сәбиҙә апай хәтер асыҡлығын һәм зиһен үткерлеген һаҡлай алған. Киләсәктә лә шулай күтәренке кәйефле булып ҡалыуын теләйем. Тәү сиратта һаулыҡ һәм үҙен һөйгән, хәстәрлекле яҡындары мөхитендә бәхетле ғүмер кисереүен теләйем”– тип яҙған район хакимиәте башлығы Риф Йосопов. Фото:VK.com