Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә "Миҙгел" ательеһы хужабикәһе Наталья Борисовна Калмыкованың мөһим эште тамамлауы хаҡында хәбәр итә. "Махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәр өсөн 24 матрас текте. Уға Санвел Авакян һәм Данил Валавин ярҙам иткән. Матрастарҙың аҫҡы өлөшөнә һәм поролонға - "Ас-мастер" компанияһы директоры Аветис Левонович Авакян, ә өҫкө өлөшөнә Наталья Борисовна үҙ иҫәбенә күн кейҙергән. Ул бөтә матрастарҙы тектереп ҡуйҙы ла инде. Был инде ательенан матрастарҙың икенсе партияһы. Тәүге партияны Наталья Борисовна яҙ көнө оҙатҡайны, ул саҡта яугирҙәргә 20 матрас тапшырҙылар", - тигән ул. Белорет районы эшҡыуарҙарына "афарин"" тиергә генә ҡала. Фото: Андрей Иванютаның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.