Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сыуаш ҡатын-ҡыҙҙары йыйылды

Бөгөн Ғафури районының “Красноусол” шифаханаһында “Тыуған халҡының рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлауҙа сыуаш ҡатынының роле” тип исемләнгән республика форумы үтте. Унда Ауырғазы, Йәрмәкәй, Ҡырмыҫҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Иглин, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Федоровка, Шаран райондарынан, Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Мәләүез, Бәләбәй, Октябрьский, Туймазы ҡалаларынан 200-ләп кеше ҡатнашты. Шифахананың ял үҙәге фойеһында “Сыуаш халыҡ сигеүҙәре, сыуаш ҡатындарының традицион биҙәүестәре” исемле күргәҙмә ойошторолдо. Форумдың программаһы бик бай ине. Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙҙар союзының төбәк бүлексәһе рәйесе урынбаҫары Надежда Крылова тантаналы өлөштө асып, һәр ҡатын өй усағының һаҡлаусыһы ғына түгел, ғүмер буйы йәмғиәттә мәҙәниәтте, халыҡ йолаларын, туған телде һаҡлау өсөн көрәшеүен билдәләне. - Форумда ҡатнашыусыларға теләгем – бөгөнгө сара сиктәрендә генә түгел, ә һәр ваҡыт туған телегеҙҙә һөйләшегеҙ. Һеҙгә оло быуындан күскән халыҡ ҡомартҡыларын балаларығыҙға, ейәндәрегеҙгә, бүләләрегеҙгә тапшырығыҙ. Илебеҙ халҡының көсө берҙәмлектә булыуын онотмағыҙ. Шул ваҡытта ғына Тыуған илебеҙгә бер ниндәй ҡурҡыныс янамаҫ, - тине Надежда Николаевна. Пленар ултырыштан һуң форум эше ике секция майҙансыҡтарында дауам итте. Сара сиктәрендә Рәсәйҙең, Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзының һәм башҡа ойошмаларҙың Почет грамоталары тапшырылды. Автор: Рөстәм Хәлимов. Ҡасим Латыпов фотолары.