Ике кешенең ғүмерен өҙгән фәжиғәле хәл тимер юлында теркәлгән. Кисә Шишмә районында бәләкәй малай менән бәхетһеҙ осраҡ булған. «Башинформ» белдереүенсә, Шөңгәккүл станцияһында йөк поезы баланы бәрҙергән. Ваҡиға урынына табиптар килгән, әммә уларға тик малайҙың үлемен генә билдәләргә тура килгән. Яҡынса асыҡланыуынса, Өфөнән ете йәшлек малай үҙенең өләсәһендә ҡунаҡта булған. Кис еткәс, дуҫтары менән йөрөп килергә сыҡҡан. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, балалар тимер юл аша сығып барған, ә ҡунаҡ малай, юғалып, уның юлына баҫҡан. Поезд машинисы гудоктар биргән, ләкин туҡтата алмаған. Баланы локомотив ситкә алып ташлаған. Шулай уҡ тимер юлында өлкән йәштәге ҡатын һәләк булыуы асыҡланған. Кисә көндөҙ дежур бүлеккә Приют станцияһында йөк поезының оло йәштәге ҡатынды бәрҙереүе - ҡатын-ҡыҙҙың һәләк булыуы тураһында хәбәр алынған. Ваҡиға урынына килгән транспорт полицейскийҙары менән зыян күреүсенең шәхесе асыҡланған. Ул Бәләбәй районының Приют ауылында йәшәүсе 81 йәшлек ҡатын булып сыҡҡан. Һә