Республикабыҙҙан мобилизацияланғандар, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренә хөрмәт күрһәтеп, үҙҙәренең эргәһенә – махсус хәрби операция биләмәһенә аттар алып килеүҙәрен һораған. Был үтенесте Урал аръяғы халҡы үтәгән. Йылҡыларҙы урында патруллек алып барыу өсөн файҙаланырға планлаштыралар. Башҡортостан юлдаш телеканалы хәбәрсеһе Азат Садриев гуманитар ярҙам булып барған Башҡортостан аттарын ҡаршылау ваҡиғаһы шаһиты булды. Уның белдереүенсә, Волгоград өлкәһенә тиклем башҡорт һәм ҡарасәй аттарын килтереү өсөн ике көн талап ителгән. Яугирҙәр аттарҙы Луганск халыҡ республикаһының Сватово тарафтарынан килеп ҡабул иткән, артабан йылҡыларҙы алып китеү өсөн хәрби “КамАЗ”ды йыһазландырғандар. Ауылда үҫкән егеттәр аттарҙы ихлас ҡаршы алған. – Беҙ бала саҡта атайым ат тотто, ул саҡта миңә 13 йәш ине. Шуға ла мин аттарҙы яҡшы беләм. Бындай гуманитар ярҙам килер тип көтмәгәйнем. Аҡса йыйып, ат һатып алған һәм беҙгә ебәргән Башҡортостан халҡына рәхмәт, – ти гуманитар ярҙамды ҡаршы алырға килгән яугир “Ржавый”. Мәғлүм булыуынса, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы кавалеристары Дондан Эльбаға тиклем дүрт мең саҡрымдан ашыу юл үтә һәм дан яулай. Бөгөн уларҙың вариҫтары Ватанды һаҡлай. “Ирәндек” башҡорт аттарын үҫтереү һәм һаҡлау буйынса хәйриә фонды етәксеһе Алмаз Шөғөров белдереүенсә, Әбйәлил районынан Ильяс Һибәтов ойоштороуында крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары йыйылышып ат алған, ә Баймаҡ районынан Айнур Басир улы үҙе һатып алып биргән. Аттар өсөн эйәр, йүгән кеүек кәрәк- яраҡтарҙы Сибайҙан Борис Миңлебаев, Илгиз Сафин һәм Рәил Әбүбәкиров алған. Аттар юлды яҡшы үткән, уларҙы мобилизацияланған яугирҙәргә имен-аман тапшырғандар. Бөгөнгө заманда аттар танкттарға ҡаршы сапмаясаҡ, әммә улар яҡташтарыбыҙҙың хәрби рухын күтәреп, уларҙың ата-бабаларының батырлығын иҫкә төшөрөп торасаҡ. “Ярҙам итеп торғанығыҙ, онотмағанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт”, – ти яугирҙәр. Үҙегеҙгә рәхмәт, бөркөт йөрәкле яҡташтарыбыҙ! Һеҙҙе бер минутҡа ла онотмайбыҙ, фашисты дөмөктөрөп, иҫән-һау ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ. Фото: скриншот.