Найти тему
Башҡортостан гәзите

Күңел дә астылар, сүп-сарҙы ла таҙарттылар

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған “Экология” милли проекты тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға йүнәлтелгән. Уның буйынса эш түбәндәге йүнәлештәр буйынса алып барыла: ҡалдыҡтарҙы утилләштереү һәм эшкәртеү, сүплектәрҙе бөтөрөү, урмандарҙы һәм һыу ятҡылыҡтарын һаҡлау, атмосфераға сығарылған ҡалдыҡтарҙы кәметеү, экологик туризмды һәм экологик тәрбиәне үҫтереү, биологик төрлөлөктө һаҡлау. Кесе һәм мәктәп йәшендәге балаларҙы экологик тәрбиәләү, тәү сиратта, тирә-яҡ мөхиткә ыңғай, һаҡсыл мөнәсәбәт булдырыуға йүнәлтелгән. Экопоход – тәбиғәттә ваҡытты күңелле үткәреү һәм танып белеү өсөн шәп мөмкинлек. Ҡалтасы районының Кутерем ауылы йәштәре иҫ киткес походта булды, улар ауыл мәҙәниәт йорто һәм китапханаһы хеҙмәткәрҙәре менән бергә экологик һуҡмаҡ буйлап үтте. Сәфәрҙең маҡсаты “Сәләмәтлек һуҡмағы”нда һәм “Больничный” быуаһы янындағы аҡланда сүп-сар йыйыу ине, унда халыҡ ял итә һәм балыҡ тота. Сараға тиклем балалар менән урманда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре, туризм төрҙәре, походҡа нимә алырға кәрәклеге тураһында әңгәмә ҡорғандар. Бының ярҙамында балалар мөһим ҡағиҙәне үҙләштергән – бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыр өсөн, дуҫ, ҡыйыу һәм көслө булырға, бер-беребеҙгә мотлаҡ ярҙам итергә, юлда юғалмаҫ өсөн иғтибарлы булырға кәрәк. “Туристар” юлдарында урманда үҫкән бәшмәктәрҙе, ағастарҙы атанылар. Пикникта сәй эстеләр һәм тәбиғәт тураһында мәҡәлдәрҙе иҫкә төшөрҙөләр, йомаҡтар систеләр, ә һуңынан туп менән уйнанылар. Экопоход ғәҙәти күңел асыу сәйәхәте түгел икән. Ундай походтың нигеҙендә тирә-яҡҡа иғтибарлы ҡараш ята. Балаларға үҙҙәре яратҡан яланға сәйәхәте бик оҡшаны, унда улар ҙур теләк менән тәбиғәт менән “аралашты”. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Ҡалтасы районы хакимиәте.