Бөгөн махсус операция биләмәһенә ирҙәрен, улдарын йәиһә туғандарын оҙатмаған ғаилә юҡтыр. Үрге Яйыҡбай ауылынан да ил һаҡларға киткән ир-азаматтар байтаҡ. Кемдер ғәзиз улы өсөн өҙгөләнһә, икенселәре һөйгән ирен һағынып көтә, балалар аталарының тиҙерәк ҡайтыуын теләй. Беҙ ҙә яугирҙәрҙең әсәләре менән осрашмайса булдыра алманыҡ. Баймаҡ районы Үрге Яйыҡбай ауылынан биш бала әсәһе Зөлфирә Йәнтүринаның Рәлиф улы махсус хәрби операция башланған көндән алып ҡатнаша. Ул әрме сафында уҡ контракт төҙөй һәм хәрби хеҙмәттә ҡала. Чечняла була, төрлө хәрби операцияларға ҡатнаша. Ҡатыны Ләйсән менән Арслан һәм Шамил исемле малайҙар үҫтерә. Ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. —Улыбыҙ хәрби булғас, махсус хәрби операция башланғас та тәүге көндәрендә үк яу биләмәһенә юлланды. Уның “Әсәй, шулай кәрәк. Илде, һеҙҙе, ғаиләмде һаҡларға бурыслымын”, - тигән һүҙен атаһы, туғандары менән аңлап ҡабул иттек. Көн-төн тигәндәй тиҙерәк һуғыштың тамамланыуын, улдарыбыҙҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Йөрәк һыҡранмағ