Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ярҙам киләсәктә лә дауам итәсәк

Рәсәй Президентының һәм Рәсәй Хөкүмәтенең ҡарарын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, күп балалы ғаиләләргә, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә, шулай уҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә, автономиялы янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһын урынлашытырыу буйынса адреслы ярҙам күрһәтелә. Ысынлап та, был эш Башҡортостанда ла планға ярашлы алып барыла. Әйткәндәй, өйҙәргә ҡуйылған ошо янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы арҡаһында әллә күпме кешенең ғүмере ҡотҡарып алып ҡалынған. Беҙгә хәбәр итеүҙәренсә, ул киләсәктә лә эҙмә-эҙлекле дауам итәсәк. Әлимә Хәбирйәнова яңғыҙы өс бала тәрбиәләй. Әлимә ханымдың йортона, һәр бүлмәһенә янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһын бороп ҡуйғандар. –Ниндәйҙер тауышҡа залға йүгереп инһәм, туҡыма яна башлаған, баҡтиһәң, үтекте һүндерергә онотҡанмын, әгәр ҙә янғынды иҫкәртеү ҡоролмаһы булмаһа... уйлауы ла ҡурҡыныс, – тип ул көндө хәтерләне Әлимә Хәбирйәнова. Фото: permkrai.ru