Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йәштәргә - фатир

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (национальный проект “Жилье и городская среда”) ярашлы, Хәйбулал районынан Иҙел Ишбулатов, Дим Әлмөхәмәтов һәм Рафаэль Мәмбәтовҡа күптән көткән фатир асҡыстары тапшырылды. Йәштәргә торлаҡ етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә бирелде. Фатир асҡыстарын тапшырып, район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Илмир Ҡотоев егеттәрҙе ҡотланы һәм уларға яңы фатирҙа тиҙерәк өй туйлап, матур итеп йәшәүҙәрен теләне. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Милли проекттың төп маҡсаттары – уртаса килемле ғаиләләр ҙә һатып алырлыҡ торлаҡ менән тәьмин итеү, шул иҫәптән уларға, ипотека кредитын файҙаланып, торлаҡты һатып алыу мөмкинлеген биреү, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу, граждандарҙың уңайлы ҡала мөхитен булдырғанда туранан-тура ҡатнашыуы, йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын кәметеү. Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.