Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Төклө аяғың менән, сабый!

Махсус хәрби операция башланыу менән ундағы егеттәргә гуманитар йөк йыйыу һәм уны алып барып ҡуйыу менән шөғөлләнгән эшҡыуар егет Тимерғәле Ураҙғоловтың ғүмерендә бөгөн сағыу ваҡиға. Һөйөклө ҡатыны Лиана уға өсөнсөгә атай булыу бәхетен бүләк иткән. Был яңылыҡ Тимерғәлеғә махсус хәрби операция биләмәһендә килеп еткән. Яугир егеттәр уны улы менән ихлас ҡотлаған. Ул үҙе социаль селтәрҙә былай тип яҙған: “Бөгөн мин күп балалы атайға әүреледем. Минең улым тыуҙы! Рәхмәт, Лиана, был бәхетте бүләк иткәнең өсөн. Дуҫтар, үҙеңдең тағы бер балаға атай икәнлегеңде белеү әйтеп аңлатып булмаҫлыҡ хистәр уята. Төклө аяғың менән улым. Бәхетле, сәләмәт, ата-әсәле бала булып үҫ!” Фото: социаль селтәрҙәр.