Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров XXVI Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында ТАСС мәғлүмәт агентлығына интервью бирҙе. Төбәк етәксеһе иҡтисади сәйәсәттең яңы инструменттары һәм төрлө тармаҡтарҙа алдынғы республика брендтарына ярҙам итеү тураһында һөйләне. – Форумда Башҡортостан делегацияһының эшен нисек баһалайһығыҙ? Был саранан ниндәй һөҙөмтәләр көтәһегеҙ? – Бик күп эшлекле осрашыуҙар үткәрҙек. Был майҙанда беҙҙең бөтә партнёрҙар ҙа тиерлек – министрлыҡтар һәм ведомстволар, үҫеш институттары, ҙур компаниялар етәкселәре йыйылды. Ғәҙәттәгесә, бик күп килешеүҙәр төҙөйбөҙ. Ҡағиҙә булараҡ, һүҙ унлаған миллиард һум тураһында бара. - Хоккей тураһында һорау. “Салауат Юлаев” клубы хоккейсыларының эш хаҡы тураһында билдәлеме? Һеҙ уны контролдә тотаһығыҙмы? Ул нисек хәл ителергә тейеш? – “Салауат Юлаев”та хеҙмәт хаҡы менән барыһы ла хәл ителде. Финанслауҙы тәьмин иткән билдәле партнерыбыҙ бар. Ҡайһы берҙә килеп тыуған бюрократик һорауҙар ҙа булды. Улар контролгә һәм аудитҡа ҡағыла,