Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тышта уңайлыраҡ

“Газпром газ бүлеү Өфө” компанияһы заманса тышҡы урынлаштырыу ҡаҙандары менән эшләй башлай. 31-се “Газ. Нефть. Технологиялар” күргәҙмәһенең пленар ултырышында предприятие үҙенең стендында “ТГУ-НОРД-С” тибындағы тышҡы газ термоблогы менән таныштырҙы. – Компактлы йылылыҡ энергияһы ҡоролмалары шәхси йорттарҙы, шулай уҡ социаль һәм производство объекттарын йылытыу һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән. Продукцияның тулыһынса илебеҙҙеке булыуы беҙҙең өсөн бик мөһим. Бындай тышҡы урам ҡаҙанлығы газ менән тәьмин итеүгә тоташтырыуҙы арзанайта һәм күпкә еңеләйтә. Йорт эсендә бинаны үҙгәртергә һәм төтөн сығыу урыны эшләргә кәрәкмәй. Тыштан ҡаҙан ҡуйҙың да файҙалан. Бындай тәжрибәне бөтә төбәккә таратырға кәрәк, тип иҫәпләйем, - тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев. Урам газ термоблогы бинаның тышҡы стенаһында ҡуйыла. Ул Рәсәйҙең киң территорияһында ҡулланыу өсөн махсус рәүештә эшләнгән һәм һауа температураһы - 45-тән плюс 40 градус булған осраҡта файҙаланыу өсөн тәғәйенләнгән. Уртаса алғанда бындай ҡаҙан ҡулланыусыға 140 мең һумға төшәсәк. Шул уҡ ваҡытта ҡаҙанлыҡ бинаһын ҡайтанан йыһазландырыуға сығымдар булмаясаҡ. Система менән мобиль ҡушымта аша идара итергә мөмкин, авария сигналдары иһә ҡулланыусының телефонына смс-хәбәр булып инә. – Газ термоблоктары файҙаланыуҙа хәүефһеҙ. Тышҡы ҡаҙандар тиҙ арала йортто газ менән йылытыуҙы тәьмин итә ала, - тине “Газпром төбәк-ара газ Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Альберт Лоҡманов. Фото һәм сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте.