Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тарихтан 100 балл йыйған!

Хәйбулла районының 1-се Аҡъяр мәктәбенән Ғайсар Булатов тарих фәне буйынса юғары һөҙөмтә күрһәткән. "Йыл уҡыусыһы-2023" район бәйгеһендә еңеү яулаған Ғайсар Булатов тарих фәне буйынса имтиханда 100 балл алыуға өлгәшткән. "Бындай юғары һөҙөмтә артында эшһөйәрлек, маҡсатҡа ынтылыш, ныҡышмалылыҡ һәм, әлбиттә, уҡытыусылар менән уртаҡлашҡан белем һәм тәжрибә тора.Ул йыл һайын интеллектуаль олимпиадаларҙа һәм конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. 2022-2023 уҡыу йылы йомғаҡтары буйынса ул районда «Йыл уҡыусыһы» тип таныла.Ғайсар киләсәктә көнсығыш илдәренең тарихын, мәҙәниәтен, телдәрен өйрәнергә ниәтләй", - тип яҙған район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов. Егеткә киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын! Фото: Рөстәм Шәрипов.