Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров XXVI Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында ТАСС мәғлүмәт агентлығына интервью бирҙе. Унда республиканың сит илдәр менән хеҙмәттәшлеге лә ҡаралды. – Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшәйек. Башҡортостан Беларусь менән тығыҙ эш алып бара, уртаҡ проекттар бар. Иран, Ҡытай, Төркиә, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре менән бәйләнештәр булдыраһығыҙ. Республиканың үҙенең тышҡы иҡтисади эшмәкәрлегендә тағы ниндәй дәүләттәргә йөҙ бора? – 2022 йылдың февраленән һуң тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек йәһәтенән беҙ бөтөнләй яңы ысынбарлыҡҡа әйләнеп ҡайттыҡ. Үҙебеҙҙең иҡтисадыбыҙҙы көйләгән баҙарҙар, шул иҫәптән тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек, этаплап ябылды. Беҙҙең контрагенттарҙың, партнёрҙарҙың күбеһе көнбайыш илдәре менән бәйле. Уҙған йыл дауамында ике мәсьәләне хәл иттек. Иҡтисади бәйләнештәр өҙөлөүҙән һуң юғалған тауарҙарға импортты алмаштырыуҙы ойошторҙоҡ. Шулай уҡ яңы инвесторҙар эҙләнек. Тәү сиратта тиҙ һөҙөмтә күрһәткән илдәр менән хеҙмәттәшлекте үҫтерә башланыҡ. Улар – Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡытай Халыҡ Республикаһы һәм Төркиә. Һөҙөмтәле үҙ-ара эш итеүҙе яйға һалырға мөмкинлек биргән башҡа дәүләттәрҙе лә ҡарайбыҙ. Тышҡы иҡтисади мөнәсәбәттәр өсөн ниндәйҙер дәүләт менән диалогты башлар өсөн уның иҡтисады структураһын, сәйәси хәлде аңларға кәрәк. Был процесты ойошторорға ярҙам итәсәк үҙ-ара эш итеү каналдарын һәм компетентлы кешеләрҙе табыу бик мөһим. Мәҫәлән, әле Малайзия менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеген өйрәнәбеҙ. Был – 30 миллион халҡы булған бик үҫешкән ил, ул беҙҙең өсөн еңел сәнәғәт һәм башҡа тармаҡтар үҫешенең миҫалы була ала. Ысынында иһә Ҡытай менән мөнәсәбәттәр ҙә башланғыс хәлдә. Һуңғы ваҡытта был ил менән тауар әйләнеше ныҡ артһа ла. Ғөмүмән, Ҡытай бөгөн, тотош Рәсәйҙәге кеүек үк, төп сауҙа партнерыбыҙ булды. Был - ҙур баҙар. Яңыраҡ унда Рәсәйҙең сауҙа вәкиллеге составында Башҡортостан вәкиллеген астыҡ. – Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән тауар әйләнешен нисек баһаларға мөмкин? – Ул үҫә, күрһәткестәр уртаса. Уның структураһында, әлбиттә, Башҡортостанда етештерелгән химия сәнәғәте һәм нефть продукттары продукцияһы өлөшө ҙур. Ауыл хужалығы продукцияһы өлөшө лә бар. Беҙ Ҡытайҙан еңел сәнәғәт, машиналар эшләү тауарҙарын экспортлайбыҙ. – Тауар әйләнешенең артабанғы үҫешенә тәүшарттар бармы? – Һис шикһеҙ. Башҡа дәүләттәр менән сауҙалашыуҙы туҡтаттыҡ, яйлап Ҡытайға һәм беҙҙең менән аралашырға әҙер дәүләттәргә күсәбеҙ. – Һуңғы йылда Ҡытай менән тауар әйләнешендә ниндәйҙер һиҙелерлек яңы пункттар барлыҡҡа килдеме? – Машина эшләү продукцияһы етди йүнәлеш булып тора. Атап әйткәндә, беҙ Ҡытайҙан ауыл хужалығы техникаһын һатып ала башланыҡ. Бынан тыш, был бик отошло, сөнки ауыл хужалығы ҡорамалдарын һатып алыу өсөн бик яҡшы финанс инструменттары биргән “Росагролизинг” таҠытай техникаһына льготалы программаларҙы киңәйтте. Бынан тыш, агрокүргәҙмәләрҙең береһендә беҙҙең хужалыҡтарҙың Һиндостандан һатып алған ауыл хужалығы машиналары һәм тракторҙарын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән билдәләнем. Был продукция билдәле бер һорау менән файҙалана башлай һәм беҙҙең шарттарға яраҡлаша. Дөйөм алғанда, элек Көнбайышта һатып алынған яңы тауарҙар барлыҡҡа килә. Фото: tuvest.ru