Юғары уҡыу йорттарының һәм ғилми-педагогик ойошмаларҙың йәш хеҙмәткәрҙәре федераль дәүләт ярҙамы программаһы менән файҙалана ала. Уларға дәүләт торлаҡ сертификаты бирелеүе мөмкин. Бының өсөн белгес: - 35 йәшкәсә фән кандидаты йәки 40 йәшкәсә фән докторы булырға; - ғилми хеҙмәткәр булып кәмендә биш йыл эшләргә тейеш. Нисек сертификат алырға? Ғилми йәки белем биреү ойошмаһы ғалимды социаль түләү алыуға мохтаж тип танырға тейеш. Бының өсөн уға эш урыны буйынса торлаҡ комиссияһына документтар беркетеп ғариза яҙырға кәрәк. Йәш ғалимға социаль түләү алыу хоҡуғы бер тапҡыр ғына бирелә. Атап үтелгән программа менән файҙаланыу алгоритмы ошонда: https://minobrnauki.gov.ru/action/jhpolitika/algorithm/ Шулай уҡ Башҡортостанда йәш ғалимдарға грант ярҙамы эшләй. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың 2022 йылдың 1 сентябрендәге 616-сы указы менән 200 миллион һум күләмендә гранттар булдырылды. Ғилми хеҙмәткәр грантты ғилми-белем алыу стажировкаһы үтеүгә һәм (йәки) үҙенең торлаҡ шарттарын