Бөгөн “Ант” төркөмө етәксеһе, йырсы, ҡурайсы, һәүәҫкәр композитор Алмас Ғафаровтың тыуған көнө. Ул - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997 йыл), республикабыҙҙың Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1998 йыл), Башҡортостандың халыҡ артисы (2022 йыл). Үткән быуаттың 90-сы йылдарында барлыҡҡа килгән "Ант" төркөмө бөгөн дә гастролдәргә сыға, халыҡ алдында сығыш яһай. Уның репертуарында хәҙер - 100-ҙән ашыу йыр. Бөгөн "Ант" төркөмө етәксеһе Алмас Айрат улының юбилейы. Уға – 55 йәш. Ошо уңайҙан беҙ уны ҡотлайбыҙ! Ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, уңыштар теләйбеҙ! Фото: социаль селтәрҙән.