Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтарына юлдағы соҡорҙарҙы ямау эшен 30 июнгә тиклем тамамларға ҡушты. Сәбәбе – бөтә райондар ҙа эшен ваҡытында тамамлай алмаған. Муниципаль райондар һәм ҡала округтары ҡарамағында булған урындағы әһәмиәттәге 9794 километр юлдың 8769 километры, йәғни 90 проценты тикшереү үткән. Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов хәбәр итеүенсә, күпселек муниципалитеттарҙа тикшереү эштәре тамамланған. Улар “йәшел зона”ла - һигеҙ ҡала һәм 35 муниципаль район. “Һары зона”ла – 18 муниципалитет: бер ҡала округы һәм 17 муниципаль район. Был муниципалитеттарҙа эштәр 38-ҙән 88 процентҡа тиклем үтәлгән. “Ҡыҙыл зона”ла Борай һәм Көйөргәҙе райондары урынлашҡан, уларҙа башҡарылған эштәр 22 проценттан артмай. Министр һүҙҙәренсә, урындағы әһәмиәттәге юлдарҙа бөтәһе 41,5 меңдән ашыу дефект асыҡланған. Уларҙың 29 меңдән ашыуы, йәғни 70 проценты ремонтланған. “Йәшел зона”ла республиканың биш ҡалаһы һәм 16 районы ғына бар. – Ике районда – Дәүләкәндә һәм Илештә дефекттарҙы асыҡлау һәм һанлаштырыу маҡсатында юлдарҙы тикшереү дауам итә. Шуға күрә соҡорҙарҙы бөтөрөү буйынса эштәр тамамланмаған тип иҫәпләйбеҙ, – тине Александр Клебанов. – Ике ҡала округы һәм 21 район етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса “һары зона”ла – эш кимәле 30-90 процент тәшкил итә. “Ҡыҙыл зонала” – ике ҡала һәм 17 район – соҡорҙарҙы ямау бында 0-30 процент тәшкил итә. Борай районында иң һүлпән эш күҙәтелә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 майға тиклем соҡорҙар асыҡланырға, ә 15 июнгә тиклем ямалап бөтөргә тейеш ине. Фото: ufa.bezformata.com