Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров XXVI Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында ТАСС мәғлүмәт агентлығына интервью бирҙе. Төбәк етәксеһе иҡтисади сәйәсәттең яңы инструменттары һәм төрлө тармаҡтарҙа алдынғы республика брендтарына ярҙам итеү тураһында һөйләне. – Радий Фәрит улы, былтыр республика иҡтисадына инвестициялар күләме ярайһы уҡ артты һәм 500 миллиард һумдан артты. Хәҙерге шарттарҙа ла бындай динамика һаҡланырмы һәм уға ниндәй саралар күрә алыр инегеҙ? – Эйе, 2022 йыл йомғаҡтары буйынса инвестициялар күләме 512 миллиард һумға етте. Был, ысынлап та, яҡшы күрһәткес, яҡшы динамика. Санкцион баҫым был һанға йоғонто яһаманы, сөнки билдәле бер инертлыҡ бар - күп кенә проекттарға нигеҙҙе иртәрәк һалғайныҡ. Санкцияларҙың 2023-2024 йылдарҙа ла ҙур йоғонто яһай алыуын аңлайбыҙ. Шуға күрә инвестицияларҙың тотороҡло үҫешен һаҡлап ҡалыу өсөн иҡтисадҡа средстволар йәлеп итергә кәрәк. Бының өсөн беҙ нимә эшләнек? Хәлде баһалап, инвесторҙарға башҡа төбәктәр тәҡдим итмәгән яңы шарттар