1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу барышында беренсе тапҡыр теркәлгән ауылдар араһындағы Борғонбашта 425 башҡорт йәшәгәнлеге билдәле. Хәҙер инде ул бер ни тиклем бушап, хужалыҡтары кәмеп ҡалған, ни бары 117 кеше йәшәй. Шулай ҙа борғонбаштар сер бирергә теләмәй, “уның ҡарауы, беҙҙең ауылдаштар бик берҙәм, ярҙамсыл”, ти. Ташкент, Икенсе Еремйәбаш һәм Борғонбаш ауылдары халҡын хеҙмәтләндергән социаль хеҙмәткәр Гөлсинә Мәғдән ҡыҙы Ғәләүетдинова яҡташтарының көнкүреше, ғаилә хәле, хатта сәләмәтлек торошо менән яҡындан таныш. Ошо тынғыһыҙ, ауыр бурысты башҡарған 12 йыл эсендә ярҙамға мохтаж өлкәндәр, ҡаты сирлеләр менән уртаҡ тел табырға, хәлдәренә инергә, көнкүрештәрен еңеләйтергә күнеккән ҡатын бөгөн үҙе лә йылы һүҙгә, хәстәрлеккә мохтаж. Иң мөһиме – тынғылыҡ бирмәгән ауыр уйҙарҙан ҡотолоу, төшөнкөлөккә бирелмәү өсөн терәк булырлыҡ, эс серҙәре менән уртаҡлашырлыҡ күрше-күлән, дуҫ-иш булыуы бик кәрәк. Улдарын алғы һыҙыҡҡа оҙатҡан әсәләрҙең йөрәктәре бөгөн берҙәй тибә, уларҙың уйлаған уй-теләктәре