"Ололар һүҙе - аҡылдың үҙе", ти халҡыбыҙ. Видеояҙмалағы өләсәйҙең әйткәндәре кемдер өсөн көлкөлө кеүек тойолһа ла, ысынында да, уның асылында яҡыны өсөн ихлас борсолоу, ейәнсәренә бәхет теләү хисе ярылып ята. Әйҙәгеҙ, ағинәйҙәрҙең аҡыллы һүҙҙәренә тағы берҙе күҙ һалайыҡ әле. * Рәнйеш һаҡлама күңелеңдә. Рәнйеткән кешегә бер нәмә лә булмаҫ, рәнйеш һаҡлаған - һаулығы ҡаҡшаған.* Ҡояш менән бергә тор, бергә ят. Төндә эшләнгән эштең һөҙөмтәһе булмаҫ.* Әйтерҙән алда уйла. Һүҙҙең тылсымы бар. Ауыҙҙан сыҡты ла бөттө түгел. Кире әйләнеп ҡайта ул.* Хәрәкәттә - бәрәкәт. Ҡояш ҡарап торғанда йоҡлап ятыу файҙа килтермәҫ.* Һөйләр алдынан тыңла.* Көн һайын ниндәй ҙә булһа яҡшылыҡ эшлә. Кеше яҡшылығыңды күрмәһә лә, Хоҙай күрә.* Тәүҙә - эш, унан - уйын. Тормош кәйеф-сафа ҡороуҙан ғына тормай.* Тирә яғыңды һәм үҙеңде таҙалыҡта тот. Йоҡлар алдынан битте, аяҡты йыуырға кәрәк, тик һалҡынса һыу менән. Эҫе һыу - тәнгә зыян. * Һәр уңышһыҙлыҡты яҙмышҡа һылтама.* Аҡыллы күҙәтер, тыңлар, һығымта яһар. Йүләр белмәгәнен ҡысҡырып һәйләр, аҡыл өйрәтер.* Кешенең һәр әйткән һүҙен вәғәҙә тип ҡабул итмә.* Ата-әсәңде рәнйетмә. Улар ғәфү итер, әммә Хоҙай алдында гонаһлы булып ҡалыуың бар.* Аҡса һорағанға кәңәш бирмә, кәңәш һорағанға аҡса бирмә.* Бер көнөңдө йылмайыуға бүлеп ҡара. Үҙең яңыса күрерһең, тормошоң йәмләнер.* Ғәйеплеләрҙе эҙләмә. Кем нисек теләй - шулай йәшәй. Кеше йәки уның ҡылығы оҡшамай икән - йыраҡ йөрө.* Кемдер һине бәхетле итер тип көтмә. Бәхет һинең үҙеңдән башлана. (Интернет селтәренән).