Найти тему
Башҡортостан гәзите

Үҙе лә өлгөр ине, йәштәргә лә өлгө булды

Бөгөн танылған журналист, Сергей Чекмарев исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Радик Байназаровҡа 75 йәш тулған булыр ине. Радик Үзбәк улы Стәрлебаш районының Түбәнге Шәкәр ауылында тыуып үҫкән. Әйткәндәй, "Башҡортостан" республика гәзитенә 1989 йылда хәбәрсе булып эшкә урынлаша һәм сирек быуат ваҡыт журналист йөгөн намыҫлы тарта. Радик Байназаровтың бер шәп сифаты ныҡ хәтерҙә ҡалған. Ул бер ваҡытта ла кешенең күңелен төшөрөрлөк һүҙ әйтмәй торғайны, шул иҫәптән, мәҡәләгә ҡарата фекерен белдергәндә лә. Тыныс ҡына яҙмаңды ҡарап сыға ла: "Бына ошо урынын саҡ ҡына үҙгәртһәк, нисек булыр икән", "Был еренә ошоно өҫтәйек әле", тип кәңәштәрен бирер ине. Радик Үзбәк улы оҙаҡ йылдар гәзиттең ауыл хужалығы һәм иҡтисад бүлеген етәкләне. Хәйер, ул бер ҡасан да "мин – мөдир, ә һин – ябай хәбәрсе" тип өҫтән ҡараманы, киреһенсә, барыһы менән дә бер тиң булды. Үҙенең күләмле әңгәмәләре, көнүҙәк аналитик мәҡәләләләре менән, беренсенән, халыҡ ихттирамын яуланы, икенсенән, йәштәргә лә өлгө күрһәтте. Радик ағай командировкаларға йыш йөрөнө, уны белмәгән хакимиәит башлығы булмағандыр. Иртәгәһенә иртә менән материалын номерҡа тапшырып та ҡуйыр ине. Бына шундай өлгөр, эшһөйәр ине ҡәләмдәшебеҙ. Үкенескә ҡаршы, быйылғы йылдың мартында беҙ уны һуңғы юлға оҙаттыҡ. Тыныс йоҡла, Радик ағай, беҙ һине онотмайбыҙ... Фото: "Башҡортостан" гәзите архивынан.