26-28 июндә үтәсәк Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х форумына 3 мең самаһы ҡунаҡ килеүе көтөлә. Шуларҙың 300-ө - VIP-ҡунаҡтар. Форумдың программаһы тураһында ентеклерәк БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева һөйләне. Форумда Рәсәй төбәктәренең 25 губернаторы, Белоруссиянан ете губернатор, шулай уҡ РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Беларусь етәкселәре ҡатнашыуҙарын раҫланы ла инде. Ике ил хөкүмәте ағзаларының ҡатнашыуы көтөлә. Рәсәй делегацияһын Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко етәкләй, ә Беларусь делегацияһын –Республика Советы рәйесе Наталья Кочанова. Форумдың эшлекле программаһы сиктәрендә тематик секциялар эшләйәсәк, 28 июндә Валентина Матвиенко менән Наталья Кочанованың РФ субъекттары һәм Беларусь төбәктәре етәкселәре менән осрашыуы үтәсәк. Шул уҡ көнгә форумдың 10 йыллығына арналған пленар ултырыш планлаштырылған, унда уның йомғаҡтарын һәм перспективаларын тикшерәсәктәр. Форумдың эшлекле программаһы сиктәрендә төрлө майҙансыҡтарҙа хеҙмәттәшлек тураһында хөкүмәт-ара һәм төбәк-ара килешеүҙәргә һәм ике яҡлы хеҙмәттәшлекте киңәйтеүгә йүнәлтелгән башҡа документтарға ҡул ҡуйыласаҡ. Форумда 100-ҙән ашыу килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана. Башҡортостан Беларусь коллегалары менән иҡтисад, мәғариф, муниципаль-ара хеҙмәттәшлек, мәҙәниәт, туризм үҫешенә ҡағылышлы 26 документҡа ҡул ҡуйырға ниәтләй. Улар араһында: БР Хөкүмәте менән Гомель өлкә башҡарма комитеты араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник өлкәләрҙә, мәғариф, йәштәр сәйәсәте һәм сәнәғәт өлкәһендә халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе тормошҡа ашырыу тураһында килешеү; туғандашлыҡ тураһында килешеү сиктәрендә Өфө һәм Минск муниципаль-ара мөнәсәбәттәрен үҫтереү һәм киңәйтеү буйынса саралар планы; Башҡортостандың Бөрө районы менән Белоруссияның Волковысс районы араһында туғандаш мөнәсәбәттәр булдырыу тураһында килешеү. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.