Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан буйынса бүлексәһе быйыл июлдә ғәмәлгә инәсәк закондарға аңлатма бирҙе. 1 июлдән һалым түләүсе граждандар документтарҙы һалым органдарына “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ебәрә ала. Бының өсөн Федераль һалым хеҙмәтенә портал аша электрон белдереүҙе ебәрергә кәрәк. Ошондай уҡ ысул менән документар менән алмашыуҙың был тәртибенән баш тартырға ла мөмкин. Ҡаты сирле балалар өсөн дарыуҙар өҫтәмә хаҡҡа һалымдан (НДС) азат ителә. “Изгелек түңәрәге” фонды Рәсәйҙә теркәлмәгән һәм илгә балаларҙы ауыр һәм һирәк (орфан) сирҙәрҙән дауалау өсөн һатып алынған дарыуҙар өҫтәмә хаҡҡа һалымдан азат ителәсәк. Был фондтың ошо дарыуҙарҙы артабан дауаханаларға һәм шифаханаларға илтеүенә лә ҡағыла. Ҡулланыусылар кредиты буйынса максималь ставка кәмей: ҡулланыусылар кредиты килешеүҙәре буйынса көн һайын процент ставкаһының максималь күләме 1-ҙән 0,8 процентҡа тиклем арта. Бынан тыш, кредиттың йәки займдың тулы хаҡы буйынса максималь билдәһе йылына 365-тән 130-ға тиклем кәмей, ә уның буйынса барлыҡ түләүҙәрҙең максималь суммаһы бирелгән займ суммаһынан 150-нән 130 процентҡа тиклем төшә. Составында шәкәр булған эсемлектәргә акциз индерелә. Шулай итеп, шәкәр, шәкәр сиробы йәки бал булған эсемлектәрҙән, әгәр уларҙа углеводтар күләме эсемлектең 100 миллилитрына 5 грамдан, этил спирты 1,2 проценттан артһа, бер литрға 7 һум күләмендә акциз һалынасаҡ. Һуттар, морстар һәм нектарҙар шәкәрле эсемлектәр тип һаналмаясаҡ. Закондың төп маҡсаты – шәкәрле эсемлектәрҙе ҡулланыуҙы кәметеү иҫәбенә халыҡ сәләмәтлеген нығытыу. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү йәки балалар баҡсаһы өсөн ата-әсә түләүе кеүек социаль ярҙам сараларына талаптар унификациялана. Федераль кимәлдәге берҙәм талаптар был ярҙамды онлайн рәүештә “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша һәм ғаризаны ҡарауҙың һәр этабында мәғлүмәт алыу мөмкинлеген бирә. “Алыҫ Көнсығыш гектарын” алыу ябайлаша. Хәҙер был программа буйынса мәғлүмәттәрҙе алырға һәм документтарҙы “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша тапшырырға мөмкин. Ер биләмәһен бушлай файҙаланыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу ваҡыты ике тапҡырға – 30-ҙан 60 көнгә тиклем – оҙайтыла. Әгәр уны файҙаланыу мөмкинлеге булмағанда граждан бер тапҡыр баш тартыу хоҡуғына эйә. Закон Арктикала һәм Төньяҡ, Себер, Алыҫ Көнсығыш биләмәләрендә ер алыу һәм файҙаланыу процедураһын ябайлаштырыу өсөн ғәмәлгә инә. Тағы микрофинанс ойошмаһы капиталының минималь күләме арттырыла һәм ул 4 миллион һумдан кәм булмаҫҡа тейеш. Был ҡағиҙә ойоштороусыһы Рәсәй Федерацияһы, Рәсәй Федерацияһы төбәге йәки муниципаль берәмек булған ойошмаларға, эшҡыуарлыҡты финанслаған ойошмаларға, микрофинанс ойошмаларына ҡағылмай. Пенсияларҙы тәғәйенләү ябайлаша. Документтар булғанда дәүләт һәм муниципаль архивтар Рәсәйҙең Социаль фонды һорауы буйынса пенсия йәки уға өҫтәмәләр тейешле граждан тураһындағы мәғлүмәттәрҙе Берҙәм дәүләт социаль тәьминәт мәғлүмәт системаһы аша аласаҡ. Был үҙгәрештәр пенсияларҙы үҙ ваҡытында һәм дөрөҫ тәғәйенләү өсөн мәғлүмәттәрҙе биреү ваҡытын ҡыҫҡартасаҡ. 14 июлдән социаль тәғәйенләнешле коммерцияға ҡарамаған ойошмалар мәғлүмәт ярҙамы саралары киңәйтелә. Дәүләт коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың сайттарын хакер атакаларынан яҡлай аласаҡ һәм шулай уҡ рәсми сайттарҙы асыуҙа булышлыҡ итәсәк. 15 июлдән страховкалау килешеүе яҡтары мәғлүмәттәр һәм документтар менән электрон рәүештә алмашыу мөмкинлектәре киңәйә. Автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалауға (ОСАГО) килгәндә, страховкалаусының транспорт сараһының ҡарауы зыян күреүсенең фото- һәм видеоматериалдар менән электрон форматта алмашыуы мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Шулау уҡ страховкалаусыларға юл-транспорт ваҡиғаһы һәм башҡа страховка осраҡтары тураһында автоматлаштырылған рәүештә асыҡ сығанаҡтарҙан мәғлүмәттәр алып мөмкинлеге булдырыла. Тағы зыянды ҡаплатыу тураһындағы ғаризаны “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша бирергә буласаҡ. Артабан страховкалаусылар менән эш шәхәси кабинет аша алып барыла.Мәҫәлән, авотомобиль хужаһы рементҡа йүнәлтмә ала һәм башҡалар. Рәсәйҙә Экстремитик материалдар махсуслашҡан мәғлүмәттәр банкы эшләй башлаясаҡ. Юстиция министрлығы система операторы буласаҡ. Был оператив-эҙләү һәм тәфтиш ғәмәлдәренең һөҙөмтәлелеген арттырасаҡ. Һунарсылыҡ хужалығында эшләгән граждандар, ойошма-предприятиелар, шәхси эшҡыуарҙар үҙҙәрендәге ҡоралды һунарсылыҡ билеты булғандарға биреү, һунарсылыҡ ҡоралын һаҡлауға, йөрөтөүгә һәм файҙаланыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Фото: crimeapress.mirtesen.ru