Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Абруйлы ғалим менән осрашыу

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙә Рәсәйҙең абруйлы ғалимы Михаил Ковальчук хаҡында һөйләгән. “Рәсәй ғалимы Михаил Ковальчуктың абруйы фән донъяһында Рәсәйҙән ситтә лә билдәле. Бөгөн ул Евразия фәнни белем биреү үҙәге ғалимдары менән осрашты. Михаил Ковальчук танылған ғалим – физика-математика фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы, рентген физикаһы, кристаллография һәм нанодиагностика өлкәләрендә әйҙәүсе ғалим, “Курчатов институты” милли тикшеренеү үҙәге президенты. Михаил Валентинович фән донъяһында барған бөтә процестарҙы ла яҡшы белә, уның хәҙерге донъяла фән һәм технологиялар роленә арналған лекцияһы һоҡландырҙы. Уның тезистарын тулыһынса хуплайым һәм Рәсәйҙе фәнни һәм технологик суверенитетҡа өлгәшеүгә һәләтле тип иҫәпләйем. Евразия фәнни белем биреү үҙәгенең потенциалы ҙур, беҙгә йәштәрҙең башланғыстарында уларҙы яҡлау кәрәк. Башҡортостан Башлығы фәнни берләшмәгә, уның үҫешенә етди иғтибар бирә. Беҙгә ҡайҙа ынтылырға урын бар, бөтә вуздар һәм республиканың фәнни ойошмалары, илде яҡлап, замандың саҡырыуҙарына, һынауҙарына яуап бирә. Минең хеҙмәттәштәрем Михаил Валентиновичҡа Өфө моторҙар етештереү берекмәһен күрһәтте. Предприятие бөгөн авиация сәнәғәте өсөн кадрҙар әҙерләгән Өфө фән һәм технологиялар университеты менән хеҙмәттәшлек итә”. Фото:VK.com