Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Ни өсөн иғәнә түләргә тейешмен?”

“Ремонт эштәре алып барылмай, ҡасан буласағы ла билдәһеҙ. Ни өсөн ул саҡта капиталь ремонт хеҙмәтенә иғәнә түләргә тейешмен?” Башҡортостан Торлаҡ һәм төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты белгестәре һеҙҙең һорауҙарға яуап бирә. – Капиталь ремонт программаһын тормошҡа ашырыуҙың төп маҡсаты – кешеләрҙең күп ҡатлы йорттарҙа уңайлы йәшәүен тәьмин итеү. Иғәнәләр аҡса средстволарын туплау маҡсаты менән киләсәктә капиталь ремонт яһау өсөн түләнә. Күп ҡатлы йорттарҙа дөйөм милеккә капиталь ремонт үткәреүгә сират түбәндәге күрһәткестәргә ҡарап билдәләнә: йорттоң файҙаланыуға ҡасан тапшырылыуы; һуңғы тапҡыр үткәрелгән капиталь ремонттың датаһы; күп ҡатлы йорттарҙың техник торошона мониторинг һөҙөмтәһе буйынса дөйөм милеккә капиталь ремонт үткәреүгә ихтыяж булыуы. “Әгәр мин түләмәһәм?” – Күп ҡатлы йорттарҙағы милек хужалары төбәк операторы иҫәбенә ай һайын унына тиклем тулы күләмдә үткән ай өсөн иғәнә күсерә, ваҡытында башҡарылмаған осраҡта, пеня түләргә тура киләсәк. “Яңы ГОСТ нимә бирә?” – 1 майҙан илдә газ файҙаланыуҙы иҫәпләү приборҙарын тикшереү ҡағиҙәләренә яңы дәүләт стандарты индерелде. Магнит полеһы тәьҫиренә счетчикты тикшереү процедураһы индерелеүе лә – стандарттағы мөһим үҙгәрештәрҙең береһе. Был газ иҫәпләү приборҙарын тикшереү өсөн әҙерләнгән тәүге документ булып тора. Стандартҡа ярашлы, газды иҫәпләү приборҙарын бары юридик берәмек милли системаһында аккредитацияланған дәүләт ойошмалары йәки шәхси эшҡыуарҙар ғына тикшереү хоҡуғына эйә. Ҡабул ителгән яңы ГОСТағы төп үҙгәреш – газ иҫәпләү приборҙарын тикшереүҙе көсәйтеү, ул теүәлерәк һәм үтә күренмәле булһын өсөн эште яҡшыртыу. Комитеттың бүлек начальнигы Екатерина Кузьмина әйтеүенсә, газға аҙыраҡ түләү өсөн магнит ҡулланған милек хужаларын асыҡлау буйынса көрәш көсәйтеләсәк. Элек бындай тәртип боҙоусылар менән эште алып барыу ауыр булһа, хәҙер яңы стандарт финанс махинацияларын асыҡлауҙан тыш, хужаларҙың хә-үефһеҙлеген дә тәьмин итәсәк. Фото:Newsaler.ru