Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сифат өлкәһендә Хөкүмәт премиялары тапшырылды

Сауҙа-сәнәғәт палатаһында Башҡортостан Хөкүмәте премияһын тапшырыу буйынса тантаналы сара үтте. Унда республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Рөстәм Нәбиуллин, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Николай Арбузов, Стандартлаштырыу һәм метрология үҙәге директоры Сергей Севницкий ҡатнашты. Был премияға ҡараш һәм республикала тауарҙар һәм хеҙмәттәр сифатына мөнәсәбәт даими яҡшыра. 2023 йылда Хөкүмәт премияһына сифат өлкәһендә үткәрелгән конкурс Башҡортостандың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы етәкселегендә үткәрелә. Операторы булып Сауҙа-сәнәғәт палатаһы сығыш яһай. Быйыл премияға төрлө ойошма һәм шәхси эшҡыуарҙарҙан 34 заявка килгән. Сифат менән идара итеүҙә яулаған уңыштары өсөн туғыҙ ойошма һәм предприятие лауреат һәм дипломант булған. – Бөгөн беҙ йомғаҡ яһайбыҙ һәм лайыҡлы наградаларҙы конкурста еңеүселәргә һәм призерҙарға тапшырабыҙ. Был предприятиелар – юғары сифатлы һәм конкуренцияға һәләтле продукция етештереүсе ышаныслы предприятиелар. Улар яңы партнерҙар һәм заказсыларҙы йәлеп итеүгә ярҙамлаша, булған баҙар өлөшөн һаҡлай һәм үҫтерә, табышты арттыра, шуға ярашлы, яңы эшлекле мөмкинлектәр тыуҙыра, – тип билдәләне Рөстәм Нәбиуллин. – Санкция баҫымы һөҙөмтәһендә продукция һәм хеҙмәттәр сифатына талаптар арта. Юғары сифатлы тауар етештереү норма булырға тейеш, унһыҙ баҙарға сығыуҙың мәғәнәһе юҡ, – тине Николай Арбузов. Сергей Севницкий етештерелеүсе продукция һәм күрһәтелеүсе хеҙмәттәр сифатын яҡшыртыу перспективалары хаҡында һөйләне. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынға автономлы коммерцияға ҡарамаған өҫтәмә һөнәри белем биреү “Кадрҙарҙы профессиональ әҙерләү үҙәге” , “Ағиҙел” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Уралтехнострой корпорацияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сыҡты. Икенсе урынға “Толпар” балалар туберкулезға ҡаршы шифаханаһы, “Уфаводоканал” дәүләт унитар предприятиеһы, “Башпротек” инженер үҙәге йәмғиәте, “Салаватводоканал” дәүләт унитар предприятиһы лайыҡ булды. Өсөнсө урында – “Дейли Мил Уфа” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм “Арт-оснастка” акционерҙар йәмғиәте. Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/21303/