Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тауға Мостай Кәрим исеме бирелде

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин бойороғо менән Ҡабарҙы-Балҡар территорияһындағы Төп Кавказ һыртының Өс түбәһенә совет әҙәбиәтселәренең исемдәре бирелде. 3703 метр бейеклектәге исемһеҙ тауҙарҙың береһе Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исеме менән аталған, ул республиканың Чегем районындағы Ҡабарҙы-Балҡар бейек тау ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан. Бойороҡҡа ярашлы, тағы ла ике түбәгә ҡабарҙы шағиры Әлим Кешоков һәм балҡар шағиры Ҡайсын Кулиев исемдәре бирелгән, тауҙарҙың бейеклеге 3582 һәм 3696 метр тәшкил итә. Документта билдәләнеүенсә, бейеклектргә исемдәр Ҡабарҙы-Балҡар парламенты тәҡдиме нигеҙендә, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың, Ҡабарҙы-Балҡар һәм Башҡортостан мәҙәниәте вәкилдәренең хәтерен мәңгеләштереү өсөн бирелгән. Фото: ufa.rbc.ru