Найти тему
Башҡортостан гәзите

Изге эш өсөн – биш мең һум

Республикала 100-ҙән ашыу ҡан йәки уның компоненттарын тапшырған республика кешеһе “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенең һәр офисында биш мең һум күләмендәге түләүҙе рәсмиләштерә ала. Хеҙмәтте рәсмиләштереү өсөн шәхесте раҫлаусы документ, ҡан хеҙмәте ойошмаһынан белешмә һәм банк реквизиттары кәрәк. Аҡса банк картаһы иҫәбенә йәки почта аша ун көн эсендә күсерелә. Ҡан тапшырыусыларға бер тапҡыр түләнә торған аҡсаны биреү мәсьәләһе быйыл майҙа Хөкүмәт кәңәшмәһендә ҡаралғайны. Аҡсаны биреү тәртибе талаптарына ярашлы, донор 2023 йылдың 13 февраленән һуң 101-се тапҡыр ҡан тапшырырға тейеш. Республикала ошондай 154 донор бар. Донорлыҡ – изге һәм мөһим ғәмәл. Донор ҡаны һәм уның компоненттары республикала йәшәүселәр, яраланған яугирҙәр һәм ҡайһы бер дарыуҙарҙы етештереү өсөн кәрәк.