“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, 4 июлдә 10:00 сәғәттә (Мәскәү ваҡыты буйынса) видеоконференция рәүешендә Төркиәгә туҡланыу продукттарын экспортлау темаһына семинар буласаҡ. Төркиә партнерҙары менән эш үҙенсәлектәре, сертификация темаһы, ҡаршылыҡтар, сикләүҙәр һәм мөмкинлектәр тураһында фекер алышыу буласаҡ. – Ошо йылдың беренсе кварталында Төркиәгә оҙатылған тауарҙарҙың сама менән өстән бер өлөшөн химия сәнәғәте продукцияһы тәшкил итте. Шулай уҡ ағас һәм аҙыҡ-түлек тауарҙарын да ебәрәбеҙ. Семинар ярҙамында экспортерҙар Рәсәй экспорт үҙәгендәге коллегаларынан поставкаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн ниндәй рөхсәт ҡағыҙҙары кәрәклеген, ниндәй ҡаршылыҡтар тыуыу мөмкинлеген беләсәк. Быларҙың барыһы ла Төркиәгә башҡорт экспорты күләмен арттырырға ярҙам итәсәк. Быйылғы дүрт айҙа былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда үҫеш 1,74 тапҡырға артты, – тине Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Маргарита Болычева. Сарала ҡатнашыу өсөн АО “РЭЦ” сайтында теркәлеү