Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәмәғәт ярҙамсылары вазифаһына конкурс иғлан ителде

Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәрендә бизнес-омбудсмендың йәмәғәт ярҙамсылары вазифаһына конкурс иғлан ителде. Башҡортостан Республикаһының Бизнес-омбудсмены «Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил тураһында» БР Законы нигеҙендә республика ҡалаларында һәм райондарында йәмәғәт ярҙамсылары вазифаһына дәғүәселәрҙе һайлап ала. Бындай ҡарар Вәкил командаһының ҡайһы бер ағзаларының pro bono эксперттары статусына күсеү теләктәренә бәйле, шулай уҡ ҡайһы бер муниципаль берәмектәрҙә йәмәғәт ярҙамсылары үҙ вәкәләттәрен тапшырғанға бәйле. - Ярҙамсылар әүҙем һәм битараф булмаған эшҡыуарҙар араһынан һайлана, улар бизнес өсөн бөтә күңелен һалып көйләй һәм үҙ муниципалитетында һәр эшҡыуарҙы яҡларға әҙер. Йәмәғәт ярҙамсыһы вазифаһына дәғүә итеүсенең эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү буйынса үҙ ҡарашы булырға тейеш, - тип аңлатма бирҙе бизнес-омбудсмен Ирина Абрамова. Уполномоченный шулай уҡ, ярҙамсыларҙың төп бурыстары булып республика ҡалаларында һәм райондарында эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен үтәүгә йәмәғәт контроле, ошо мәсьәләләр буйынса эштәр торошо тураһында даими мәғлүмәт биреү, эшҡыуарҙарҙы хоҡуҡи, иҡтисади яҡтан яҡлау, эшҡыуарлыҡ мәҙәниәте һәм этикаһы кимәлен күтәреү тора, тип билдәләне. - Урындарҙа әүҙем йәмәғәт ярҙамсыларының булыуы Өфөгә килә алмаған эшҡыуарҙарҙың мөрәжәғәттәренә һәм ғаризаларына тиҙерәк яуап бирергә, уларҙың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын күҙәтергә, айырым муниципалитетта системалы проблемалар хаҡында белергә мөмкинлек бирә, - тине бизнес-омбудсмен. 21 йәше тулған, Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә йәшәгән һәм ике йылдан кәм булмаған эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барған Рәсәй Федерацияһы граждандары йәмәғәт ярҙамсылары була ала. Конкурста ҡатнашыу өсөн БР эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең йәмәғәт ярҙамсылары тураһындағы Положениеһының 3-сө пунктына ярашлы, вәкилде йәмәғәт ярҙамсыһы вазифаһына тәғәйенләү өсөн документтар пакетын тапшырырға кәрәк. Документтар пакетын biznes@bashkortostan.ru адресы буйынса ебәрергә кәрәк. Бәйләнеш өсөн телефон: +7(347)218-18-18. Сығанаҡ: pravitelstvorb