Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Икенсе халыҡ-ара “Башҡорт аты” башҡорт тоҡомло аттар фестиваленә әҙерлек буйынса сираттағы ойоштороу комитеты ултырышын үткәрҙе. Ул Баймаҡ районында 2023 йылдың 11 авгусынан 13-өнә тиклем барасаҡ. Ултырышта ҡатнашыусылар фестиваль майҙандарын әҙерләү, шулай уҡ эшлекле, мәҙәни һәм спорт программаларын ойоштороу мәьәләләре тураһында фекер алышты. Фестивалгә Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән йылҡысылыҡ буйынса белгестәрҙе һәм ғалимдарҙы саҡырырға планлаштыралар. Ҡайһы бер ил вәкилдәре килергә ризалыҡ биргән дә инде. Фестивалдең мәҙәни-спорт программаһы ла халыҡ-ара статус аласаҡ. Командалар “Ылаҡ”, “Тай-тулаҡ” милли уҙыштарында, атта барған килеш йәйәнән атыу һәм башҡа ярыш төрҙәрендә ҡатнашасаҡ. Аттар парадында Башҡортостандың 350 һыбайлыһы ҡатнашасаҡ. “Башҡорт аты” ҡунаҡтары өсөн “Оҫталар ҡаласығы”ның һөнәр зонаһын ойошторасаҡтар. Унда милли кухня аш-һыуын тәмләргә, “Ҡымыҙфест” фестивалендә ҡатнашырға һәм “Башҡортостан продукты” п