Төбәк үҫеш корпорацияһы республика майҙандары буйынса виртуаль турҙар сайтын яңырта. Был юлы ҡулланыусылар өсөн платформаны эшләүселәр тарафынан фильтрация системаһы индереләсәк. Шул арҡала инвесторҙар үҙҙәренең проекттарын тиҙерәк тормошҡа ашырыу өсөн буш инвестмайҙандарҙы һайлай ала. – Фильтрҙар сайттың төп битенән һул яҡта урынлашҡан. Һәр береһе асыҡлаусы мәғлүмәттәр менән бер нисә ярҙамсы пунктты үҙ эсенә аласаҡ. Фильтрация ошо параметрҙар буйынса барасаҡ: майҙандар категорияһы, муниципаль райондар һәм ҡала округтары, майҙан тибы, майҙан. Был ер участкаһын һайлауҙы еңелләштерәсәк. Һайлап алынған майҙан менән онлайн рәүешендә танышырға мөмкин, – тип аңлатты Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, виртуаль турҙар тәбәктең Үҫеш корпорацияһы тарафынан инвесторҙарға производство урынлаштырыу өсөн урын һайлағанда уңайлы шарттар тыуҙырыу маҡсатында индерелде. Был инструмент ер участкаһын урынға барып тормай күрергә, техник һәм инфраструктура үҙенсәлектәрен өйрәнергә ярҙам итә. Был мәсьәлә ҡыҙыҡһындырһа, Үҫеш корпорацияһы сайтында “Республика майҙандары буйлап виртуаль турҙар” бүлегендә танышырға мөмкин https://krrb360.ru/. Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/21301/