Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Башҡорт хужабикәһе" менән һалым инспекцияһы ҡыҙыҡһынған

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, күптәргә “Башҡорт хужабикәһе” исеме аҫтында билдәле булған блогер Миләүшә Шәйхелисләмованы һалым инспекцияһына “һөйләшергә” саҡырғандар. Был хаҡта ул социаль селтәрҙә хәбәр итте. Миләүшә юмористик контент яһай, социаль темаларҙы күтәрә, ауылдағы «гламур булмаған» тормошто күрһәтә. Тыйылған социаль селтәрҙәрҙең береһендә уның сәхифәһенә 290 меңгә яҡын кеше яҙылған. “Күҙ алдына килтерәһегеҙме, беҙҙе һөйләшеү өсөн һалым инспекцияһына саҡырҙылар? Минең блогым буйынса тигән шикләнеүҙәр бар ине. Шулай булып сыҡты, блогерлыҡ эшмәкәрлеге буйынса һорауҙар бирҙеләр, телефондарҙы тартып алдылар. Миңә лайк, реклама, вайн өсөн күпме түләйҙәр, тип һоранылар. Баҡтиһәң, улар беҙҙе ҡараған өсөн бер кемдең дә түләмәүе тураһында белмәй. Минең үҙ эшем бар, һалым түләйбеҙ, әммә барыбер ҡурҡыныс булды. Беҙгә тағы ла ниндәйҙер патент алырға кәңәш иттеләр, уның нимә икәнен әлегә үҙем дә аңламаным", – тип уртаҡлашты ул үҙенең сторисында. Шулай уҡ “коллегаларына” ла кәңәш бирҙе: “Бөтә чектарҙы һаҡлағыҙ! Һалым түләгеҙ һәм тыныс йәшәгеҙ!" Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәйҙә һалым түләмәү осраҡтары буйынса енәйәт эшенең беренсе фигуранты булып Валерия Чекалина (Лерчек) тора, уның 300 миллион һумдан ашыу бурыслы бар. Артабан “марафон королеваһы” Елена Блиновская (918 миллион һумдан ашыу) килә. Ул кешеләрҙе марафондарҙа теләктәрен үтәргә өйрәтә. Хәҙер Блиновская өйөндә һаҡ аҫтында ултыра. Мәғлүмәт сығанағы: "Башинформ" агентлығы. Фото: скриншот