Найти тему
Башҡортостан гәзите

Заманса ҡорамалдар килде

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге звеноны яңыртыу” программаһына ярашлы, Шишмә үҙәк район дауаханаһына эндоскопик тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн видеогастроскоп һәм видеоколоноскоп алынды. Гастроскопия һәм колоноскопия– медицина тикшеренеүҙәренең заманса алымдары, табипҡа пациенттың аҙыҡ һеңдереү системаһы ағзаларын реаль ваҡытта күрергә ярҙам итә. Видеоколоноскоптың төп өҫтөнлөгө ашҡаҙан-эсәк юлының түбәнге бүлектәрен тикшереүҙең юғары сифатлы булыуында. Видеогастроскоптың өҫтөнлөгө лайлалы тиресә өҫтөндәге капиллярҙарҙың һәм башҡа структураларҙың фото һәм видеофиксация ярҙамында яҡшы, асыҡ күренеүендә. Хәҙер табипҡа патологиялы урындарҙы асыҡлау еңелләшәсәк. – Яңы ҡорамал ашҡаҙан-эсәк юлының төрлө патологияларын – гастрит, сей яра, полип, онкология сирҙәрен диагнозларға ярҙам итә, табиптар теүәлерәк һөҙөмтә ала һәм пациентҡа ваҡытында дауа билдәләү мөм- кинлеген бирә, – тине дауахана эндоскописы Гөлназ Шуварова. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы, инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.