Кисә иртәнге сәғәттәрҙә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығына Өфөләге Рига урамындағы фанера комбинатының ағасты еүешләтеү бассейнында ата ҡоралай ҡамалып, сыға алмауы тураһында хәбәр итәләр. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, шулай уҡ объект етәкселеге менән берлектә хайуанҡайҙы ҡотҡарыу эшен ойошторған. Ҡотҡарыусылар ҡоралайҙы һыу бассейнынан сығарып алып, зоологтарға тапшырған. Мәғлүм булыуынса, хайуан зыян күрмәгән. Фото: mchsrb