Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәштәр сәләмәтлеген ҡайғырта

“Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проекты сиктәрендә 1 июндән 21 июнгә тиклем Салауат ҡалаһының 18-се урта мәктәбе мәктәп лагерында спорт саралары уҙҙы. Йәштәр һәр саҡ һаулыҡтың кәүҙәләнеше булып һанала. Улар, ғәҙәттә, көс-дәрт, энергия менән тулы, физик һәм күңел көсөн тиҙ генә тергеҙә ала. Төп маҡсаттары: үҙ һаулығына икенсе ҡарашлы быуын булдырыу. Ошо маҡсатта иң мөһим ғүмер осоро – үҫмерлек. Тәрбиәләнеүселәр смена буйына сәләмәтләндереү зарядкаһы үткәрҙе. “Һабантуй”, “Күн туп”, “Күңелле старттар” кеүек спорт сараларында, скакалкала һикереү буйынса турнирҙа, футбол буйынса лагерь беренселегендә, отрядтар, станциялар араһында спорт эстафеталарында ҡатнашты. Һауыҡтырыу уйындары һәм сараларҙан тыш, “Һаулыҡ” темаһына викториналар үткәрелде. Йәштәребеҙҙең һаулығы йәшәү рәүешенән, атап әйткәндә, ғәҙәттәренән тора. Файҙалы ғәҙәттәр гармониялы үҫешкән шәхес булдырыуҙа ярҙам итә, ә зарарлылар уның үҫешен тотҡарлай. Зарарлы ғәҙәттәргә рациональ булмаған режимды, рациональ булмаған туҡланыуҙы, түбән физик әүҙемлекте индерергә мөмкин. Сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса саралар, үҫеп килеүсе быуынға бик кәрәк. Билдәле булыуынса, "Мәғариф" (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Салауат ҡалаһы хакимиәте.