104 йәшкә еткән Андрей Ворондың исеме күптәргә яҡшы таныш. Ул бик бай, фәһемле тормош юлы үткән. Бер быуаттан ашыу йәшәһә лә, ауырып ятып үлмәй. Вафатына ябай ғына бәхетһеҙ осраҡ сәбәпсе: ташҡындан һуң баҙ йүнәткәндә өҫтөнә бүрәнә төшөп мәрхүм була. Йөҙйәшәр оҙон, сәләмәт ғүмер хаҡында байтаҡ кәңәш яҙып ҡалдырған. Уларға ҡолаҡ һалайыҡ әле. * Әйләнә-тирәңә – тәбиғәткә, кешеләргә, тормошҡа изге ҡараш менән баҡ. Бәләкәй генә үлән ҡыяғында ла матурлыҡ күр. * Йылы миҙгелдә бер нисә минут булһа ла ергә ялан аяҡ баҫыуҙы ғәҙәтеңә ал. Тәнең менән ерҙең йылыһын, көсөн той. Балаларҙы бәләкәйҙән ерҙә ялан аяҡ йөрөргә өйрәтегеҙ, ул саҡта дарыуханаға юлды оноторһоғоҙ. * Һыу кеүек бул: ул һәр ваҡыт үҙ юлын таба. Ағын һыу насар уйҙарҙы таҙарта, арыу-талыуҙы юҡҡа сығара. Һыуһағанда ғына түгел, даими рәүештә һыу эсергә ғәҙәтлән. Татлы һәм тоҙло һыу (минераль) эсмә: тәүгеһе – бауырға, икенсеһе тамырҙарға зыянлы. * Йәшелсә, еләк-емеш аша. Иң файҙалыһы – сөгөлдөр, артабан фасоль, ҡабаҡ, еләктәр, кишер, пом