Республикала төбәктәр форумына ярашлы балаларҙың йәйге ялын ойоштороу тәжрибәһе менән уртаҡлаштылар. “Патриот” паркында семинар булып үтте. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән вәкилдәр тиҙ төҙөлөүсе модулле лагерҙар конструкцияларын ҡараны. Уларҙы федераль программа буйынса ике ай эсендә төҙөнөләр. Башҡортостан 15 еңеүсе төбәк иҫәбенә инеп, 123 миллион һум аҡса алыу бәхетенә эйә булды. Берлектә финанслау шарттарында республика бюджетынан тағы 23 миллион һум аҡса бүленде. Республика – балалар ялы инфраструктураһын яңыртыу буйынса семинарҙы ҡабул иткән өсөнсө төбәк. – Беҙ ҙә оҙаҡламай ошо федераль программа ярҙамында балалар һауыҡтырыу лагерҙарын төҙөүҙе планлаштырабыҙ. Уларҙың күбеһе иҫкергән, яңы объекттарҙы байтаҡ йылдар төҙөгәнебеҙ юҡ. Яңы корпустарығыҙ оҡшаны. Әлбиттә, модулле объекттарҙы һалыу барышына һорауҙарыбыҙ бар, – тине Бүрәт Республикаһының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Максим Ким. Републикала 49 урынға иҫәпләнгән тиҙ төҙөлөүсе корпустар Рәсәй Мәғариф министрлығы