Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан ярҙамдан өҙмәйәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Һамар өлкәһендә хәрби әҙерлек майҙанын ҡараны. Унда "Башҡортостан" ирекле уҡсылар полкы подразделениеһы урынлашҡан. Радий Фәрит улы һалдаттарҙың йәшәйеше менән танышты, командирҙар һәм личный состав менән әңгәмәләште. Ысынлап та, Радий Хәбиров Таһир Кусимов исемендәге батальондың һалдаттары янында булды. "Москва" позывнойлы командир республика етәксеһенә барыһы тураһында ла һөйләне. – Әгәр ҙә һорауҙарығыҙ булһа, беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Республиканың бөтә ресурстары ла бар. Әлбиттә, ярҙам итәсәкбеҙ. Шулай уҡ Радий Хәбиров медсанчасты ҡараны, табиптар менән аралашты. Фото: Башҡортостан Башлығының сайтынан.