Шаран районының Нөрәй ауылы биләмәһендә алты шәхси хужалыҡ еләк үҫтереү менән шөғөлләнә. Юрий Байбулатовтың Йәнәхмәттәге хужалығы - иң ҙурҙарҙың береһе. Йәммәттә йәшәгән Валентин Минькаев та баҡсасылыҡта ырамлы аҙымдар яһай, тип яҙа “Шаранские просторы” гәзите. Юрий Булатович 2003 йылда Мәскәүгә эшкә китә, тик күп тә үтмәй тыуған яғына әйләнеп ҡайта һәм үҙ эшен асып, икмәк бешереүгә тотона. Аҙаҡ ер биләмәһен ҡуртымға алып, 70 сутый ерҙә баҡса еләге үҫтерә башлай, ҡалған ике гектар ергә лә еләк ултырта. Ике-өс йылдан һуң тәүге тапҡыр бер тонна еләк йыйып ала. Тәүҙә “Фестивальная”, “Зенга-Зенгана”, “Лорд” сорттарына өҫтөнлөк бирһә, аҙаҡ “Азия” сортын һынап ҡарай. Яҡындары - һәр ваҡыт уның өсөн ныҡлы терәк. Еләк йыйыу осоронда ҡатыны Анна, улы Алексей, килене Инна, ейәндәре ярҙамға килә. Алексей мәктәптә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй, әлегә баҡсасы булырға йыйынмай, әммә һәр саҡ атаһына ярҙам итергә әҙер. Ейәндәре олатаһының юлынан китерме - быныһын ваҡыт күрһәтер, улар бөгөн – эшҡ