Һыу инеү миҙгеле башланыу менән батып үлеүселәр һаны күпкә арта. Бәхетһеҙ осраҡҡа тарыуҙың төп сәбәбе – хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү. Күптәр һыу инергә тыйылған урындарҙа ял итергә ярата, ә бит “тәбиғи” пляждарҙа һыу инеү ҡурҡыныс. 28 июндә булған осраҡ ошо хаҡта һөйләй. Мәғлүм булыуынса, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына: “Минең ҡатыным батып үлгән, нимә эшләргә?!” – тип бер ир шылтыратҡан. Фажиғә Шишмә районы Дурас ауылы эргәһендәге Дим йылғаһында булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, компания яр буйында ял иткән, балыҡ тотҡан. Ҡатын ҡаршы яҡ ярҙа ҡармағын онота һәм йылға аша йөҙөп барып алырға ҡарар итә, әммә уның ниәте ғәмәлгә ашмай, һыуҙа һәләк була. Әле оператив-тикшереү саралары үткәрелә, шаһиттарҙан һорау алына. Кушнаренко районының Илмырҙа ауылы эргәһендәге Илмырҙа күлендә һыу инеп йөрөгән ирҙе Хоҙай үлемдән аралаған – уны ҡотҡарып өлгөргәндәр. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 1995 йылда тыуған ир иҫерек килеш һыу инеп йөрөгән, был хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоу булып тора. Фото: mchsrb