Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр

Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәрселек колледжында бер нисә белем биреү ойошмаһы менән партнерлыҡ тураһында килешеү төҙөлдө. Улар барыһы ла “Педагогика” тип исемләнгән яңы белем биреү кластерына инде. Ул иһә “Мәғариф" милли проектының ( национальный проект “Образование”) «Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә булдырылды. Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәрселек колледжының партнерҙары 23-сө полилингваль күп профилле мәктәп, 35-се, 17-се, 11-се мәктәптәр, Стәрлетамаҡтың махсус коррекция дөйөм белем биреү мәктәбе, А.П.Гайдар исемендәге пионерҙар һәм мәктәп уҡыусылары һарайы һәм башҡалар. «Профессионалитет» йүнәлештәре буйынса ҡабул итеү компанияһы колледжда 20 июндә старт алды. Проектҡа биш һөнәр инде. - «Профессионалитет» федераль проектында ҡатнашыу – матди-техник базаны нығытыу, белем биреү программаларын камиллаштырыу, юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү өсөн шарттар булдырырға ярҙам итә, - тине Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. Был саралар Рәсәй Президент

Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәрселек колледжында бер нисә белем биреү ойошмаһы менән партнерлыҡ тураһында килешеү төҙөлдө. Улар барыһы ла “Педагогика” тип исемләнгән яңы белем биреү кластерына инде. Ул иһә “Мәғариф" милли проектының ( национальный проект “Образование”) «Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә булдырылды. Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәрселек колледжының партнерҙары 23-сө полилингваль күп профилле мәктәп, 35-се, 17-се, 11-се мәктәптәр, Стәрлетамаҡтың махсус коррекция дөйөм белем биреү мәктәбе, А.П.Гайдар исемендәге пионерҙар һәм мәктәп уҡыусылары һарайы һәм башҡалар. «Профессионалитет» йүнәлештәре буйынса ҡабул итеү компанияһы колледжда 20 июндә старт алды. Проектҡа биш һөнәр инде. - «Профессионалитет» федераль проектында ҡатнашыу – матди-техник базаны нығытыу, белем биреү программаларын камиллаштырыу, юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү өсөн шарттар булдырырға ярҙам итә, - тине Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға ла ярҙам итә. Фото: “Республика Башкортостан” гәзите.