Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең X форумы сиктәрендә, Башҡортостандың Премьер-министры Андрей Назаров һәм Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем биреү министры Валерий Фальков донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусының тәүге сираты майҙансығында булды. IQ-парктың реконструкцияланған бинаһының майҙаны 35 мең квадрат метрға тиң һәм ул ике өлөштән тора. Бинаның төп өлөшө ете ҡатлы комплексты биләй, унда төҙөлөш эштәренән һуң вуздарҙың тикшеренеү-уҡыу майҙансыҡтары урын аласаҡ, шулай уҡ эшлекле зоналар, стартап-үҙәктәр һәм йәмәғәт киңлектәре була. Бинаның иң бейек өлөшө 15 ҡатлы. Унда IQ –китапхана, университет офистары, IT технопарк, күргәҙмә һәм эшлекле зоналар биләйәсәк. Өфөләге вуз-ара кампустың барлыҡ объекттарының дөйөм майҙаны 147 мең квадрат метрҙан артып китә. Шул иҫәптән торлаҡ корпустар 78 мең квадрат метр майҙанды биләйәсәк, уларҙа 2025 йылдан 3,5 мең студент йәшәй аласаҡ. Кампус Өфөнөң Фән һәм технологиялар университетынан алыҫ түгел, ҡала үҙәген