Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда “Ирекмәнлек хәрәкәте Рәсәй – Беларусь хеҙмәттәшлеген нығытыу факторы. Социаль башланғыстар өсөн яңы мөмкинлектәр” темаһына секция ултырышы үтте. Рәсәй Федерацияһынан модератор булып Федерация Советының Социаль сәйәсәт буйынса комитеты ағзаһы Юлия Лазуткина, Беларусь Республикаһынан Республика Советының Мәғариф, фән, мәҙәниәт һәм социаль үҫеш буйынса даими комиссияһы рәйесе урынбаҫары Калина Капуцкая сығыш яһаны. Ултырышта ирекмәндәр эшмәкәрлегенең төрлө ҡараштары тикшерелде. Был йәмәғәт хәрәкәте йәштәрҙе социализациялау һәм өлкән йәштәге граждандарҙың социаль әүҙемлеген тәьмин итеү ҡоралы, социаль әһәмиәтле бурыстарҙы хәл итеүҙең һөҙөмтәле механизмы, шулай уҡ Рәсәй – Белорусь хеҙмәттәшлеген нығытыу факторы булараҡ ҡаралды. Докладсылар билдәләүенсә, башҡаларға ярҙам итеү кешегә ыңғай йоғонто яһай, ә ирекмәндәр хәрәкәте йәмғиәттә инклюзивлыҡ һәм толерантлыҡ кеүек мөһим сифаттарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итә. – Илебеҙҙә ирекмәнлек йылдам үҫешә, был йәһәттән илебеҙгә ҡағылған проблемалар ҙур роль уйнаны. Коронавирус эпидемияһы ирекле башланғыстарҙың юғары ижтимағи әһәмиәтен күрһәтте. Пандемия ваҡытында үҫешкә ҡеүәтле импульс алғандан һуң, ирекмәндәр хәрәкәте бөгөн дә үҫеүен дауам итә, – тине журналистар менән әңгәмәлә секция эшенең йомғаҡтары буйынса Федерация Советының Социаль сәйәсәт буйынса комитеты ағзаһы Юлия Лазуткина. Халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең ҙур потенциалы булған иң мөһим ирекле башланғыстар араһында Юлия Лазуткина “Еңеү Ирекмәндәре”, “Еңеү поезы”, Медиктар-ирекмәндәр”, “Көмөш ирекмәндәр” кеүек проекттарҙы атаны. Беларусь Республикаһы Милли Йыйылышының Республика Советының Мәғариф, фән, мәҙәниәт һәм социаль үҫеш буйынса даими комиссияһы рәйесе урынбаҫары Калина Капуцкая билдәләүенсә, был йүнәлештә берлектәге эш уңышлы алып барылһа ла, ирекмәнлек тәүге тапҡыр Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре Форумында ҡатнашыусыларҙың ҡарау темаһы була. – Секция сиктәрендә осрашыу, яңы танышыуҙар һәм борсоған мәсьәләләрҙе тикшереү ике илдең ирекмәндәр хәрәкәте үҫешендә яңы импульс булып хеҙмәт итер, тип ышанам. Изгелек, үҙ-ара ярҙам кеүек сифаттар – ул беҙҙең дөйөм мәҙәни кодтың бер өлөшө, Рәсәйҙә лә, Беларуста ла ирекмәнлекте үҫтереү дәүләт йәштәр сәйәсәтенең бер өлөшө булып тора. Секция ултырышы йомғаҡтары буйынса иң яҡшы ирекмәндәр тәжрибәһен асыҡлауға һәм үҫтереүгә, ирекле эшмәкәрлекте координациялауҙы камиллаштырыуға һәм ошо йүнәлештә үҙ-ара эш итеүҙе көсәйтеүгә йүнәлтелгән бер нисә тәҡдим әҙерләнде, – тине Калина Капуцкая. Секция ултырышы йомғаҡтары буйынса иң яҡшы ирекмәндәр тәжрибәһен асыҡлауға һәм үҫтереүгә, ирекле эшмәкәрлекте координациялауҙы камиллаштырыуға һәм ошо йүнәлештә үҙ-ара эш итеүҙе көсәйтеүгә йүнәлтелгән бер нисә тәҡдим әҙерләнде. Анжелика БАЙКО, “СЛОН” ирекмәндәр клубы етәксеһе, “Беларусь дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университеты”мәғариф учреждениеһының социаль-мәҙәни педагогика кафедраһының өлкән уҡытыусыһы: – Беҙҙең ирекмәндәр клубына 25 йыл. Ошо ваҡыт эсендә бик күп проекттарҙы ғәмәлгә ашырҙыҡ. Әлеге ваҡытта беҙҙең проекттар халыҡ-араға әйләнһен, тип тырышабыҙ, шуға ла халыҡ-ара лагерҙар менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Студенттарыбыҙ ижади йәһәттән әүҙемдәр, бик күп ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле проекттарыбыҙ бар. Мюзклдар ҡуябыҙ һәм бик күп башҡа әйберҙәр эшләйбеҙ һәм тағы ла хеҙмәттәшлекте үҫтерергә теләйбеҙ. Сара яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы, сөнки Башҡортостан беҙҙең менән хеҙмәттәшлеккә, тәжрибә уртаҡлашыуға асыҡ, беҙҙе ҡабул итергә әҙер булыуын, беҙҙе ҡабул итергә һәм берҙәм проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға әҙер булыуын ишеттек. Александра ГОНЧАРОВА, “Беларусь республика йәштәр союзы” йәмәғәт берләшмәһе үҙәк комитеты секретары, “Изге йөрәк” ирекмәндәр хәрәкәте кординаторы: – Һис шикһеҙ, Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең X Халыҡ-ара форумында ирекмәнлеккә бағышланған секция барлыҡҡа килеүе бик мөһим, сөнки беҙ был хәрәкәтте үҙебеҙҙең бөтә йәмәғәт ойошмалары менән алға әйҙәбеҙ. Беларусь делегацияһы составында был секцияла Республика ирекмәндәр үҙәге, “СЛОН” ирекмәндәр клубы, “Ҡыҙыл тәре”, Беларусь Республикаһының Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы ҡатнашыуы был тематика коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ғына түгел, ә дәүләт идараһы органдарына ла мөһим булыуын күрһәтә. Беҙ Рәсәй Федерацияһының ҡыҙыҡлы ғәмәлдәрен һәм тәжрибәһен ҡараныҡ, үҙебеҙҙең дә тәҡдимдәр менән уртаҡлаштыҡ. Киләсәктә берҙәм проекттарҙы ғәмәлгә ашырырбыҙ, тип ышанабыҙ. Рәил ӘСӘҘУЛЛИН, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты: – Ирекмәндәр хәрәкәте ҡеүәтле социаль хәрәкәткә әйләнде, ныҡлы үҫешә. Иң беренсе нимәгә иғтибар бирҙем: беҙҙең аңда йәштәр хәрәкәте булып ҡалған ирекмәндәр хәрәкәте булып ҡала. Беларусь яғынан ҙур медицина юғары уҡыу йорто ректоры, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры, “Ҡыҙыл тәре” ойошмаһының генераль директоры, ҡала башҡарма комитеттары вәкилдәре сығыш яһаны. Был Беларусь яғы ирекмәнлекте бер кешеләрҙең икенселәргә ярҙам итеү функцияһы итеп кенә ҡабул итмәй, улар өсөн ирекмәнлек хәрәкәте кешеләрҙе гражданлыҡ һәм әхлаҡи тәрбиәләү буйынса яҡшы мәктәп итеп ҡарай. Улар йәштәрҙе башҡаларҙы хәстәрләү хәленә аңлы рәүештә ҡуя, бының менән матди файҙаға ғына ынтылған һәм прагматик донъяла бөтөнләй икенсе яңы быуынды формалаштыра – изге һәм хәстәрлекле йөрәкле быуынды. Бына шул күҙгә бәрелә, быға башҡалар ҙа иғтибар иткәндер. Шуға ла иғтибар иттем: теге йәки был эште башҡарыуҙы баһалағанда, ирекмәнлекте бер төрлө ҡабул итәбеҙ. Беҙ ҙә, улар ҙа бик кәрәкле һәм мөһим булған эште бик күп башҡара. Автор фотолары.